Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.16 ↓

EUR 72.58 ↑

27 март, Шаршамбы

Уфа   °

Сибай балалары Ҡырымға ял итергә юлланды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 20 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Сибай балалары бөгөн Евпаториялағы «Хыял» шифаханаһына дауаланырға юлланды. Был хаҡта үҙенең «Бәйләнештә»ге сәхифәһендә ҡала башлығы Рөстәм Афзалов хәбәр итте.

«250 баланы 29 өлкән кеше оҙатып бара, улар араһында тәжрибәле уҡытыусылар һәм медицина хеҙмәткәрҙәре бар. Төркөм Магнитогорскиҙан Симферополгә оса, унан шифаханаға тиклем автобустарҙа бара. «Хыял»да сибайҙарҙы һауыҡтырыу процедуралары, көнөнә биш тапҡыр туҡланыу, бассейн, тренажер залы, спорт майҙансыҡтары, дискотекалар, конкурстар, концерттар, Ҡырымдың иҫтәлекле урындары буйлап экскурсиялар көтә», — тип хәбәр итте мэр.

Агентлыҡ алдан хәбәр иткәнсә, балаларҙың икенсе төркөмө — 250 бала Ҡырымға 10 мартта юллана.

Башҡортостандан 500 баланы һауыҡтырыуға ебәреү тураһында ҡарар Ҡырым делегацияһының Өфөгә сәфәре барышында ҡабул ителде.

Шифаханаға тәү сиратта санитар-һаҡлау зонаһына яҡын урынлашҡан биләмәлә йәшәгән һәм медицина күрһәтмәһе буйынса шифаханала дауаланыуға мохтаж балалар ебәрелә.

http://www.bashinform.ru/news/1275681-deti-iz-sibaya-vyleteli-na-otdykh-v-krym-/

Теги: Сибай
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть