Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.43

EUR 72.69

17 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

Республика дауаханаларында карантин иғлан иттеләр – килеүселәргә стационарҙарға инеү тыйыла

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 20 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

Киҙеү һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырығандарҙың артыуына бәйле, шулай уҡ инфекцияның таралыуын иҫкәртеү өсөн республиканың медицина ойошмаларында сикләү саралары (карантин) индерелде. Был турала Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Дауаханаларға кешеләрҙе индереү, балалар поликлиникаларында профилактик ҡабул итеү, мәктәпкәсә һәм мәғариф учреждениеларында балаларҙы планлы диспансерлаштырыу ваҡытлыса туҡтатыла. Медицина ойошмаларында вирусҡа ҡаршы препараттар, медикаменттар һәм шәхси һаҡланыу саралары запасы етерлек.

Өфө һәм Өфө районы поликлиникаларының эш режимы үҙгәрҙе: табиптар эш көндәрендә иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 9-ға тиклем эшләй, саҡырыуҙар ҡабул итеү менән киске 8-гә ҡәҙәр; шәмбе иртәнге 8-ҙән киске 5-кә тиклем, саҡырыуҙар ҡабул итеү менән 4-кә ҡәҙәр.

http://www.bashinform.ru/news/1275605-v-bolnitsakh-bashkirii-obyavili-karantin-dopusk-posetiteley-v-statsionary-zapreshchen/

Теги: карантин
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть