Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.43

EUR 72.69

17 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда тәүге бала өсөн 300 мең һум биреү буйынса вәкәләттәр икенсе органға күсте

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 19 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

2019 йылдың 6 февраленән беренсе балаға социаль түләү (300 мең һум) биреү буйынса вәкәләттәр икенсе органға күсте. Хәҙер ата-әсәләр бөтә кәрәкле документтарҙы Башҡортостан Республикаһының торлаҡ программаларын тормошҡа ашырыу идаралығына килтерергә тейеш. Учреждениеның адресы: Өфө, Достоевский урамы, 101-се йорт.

«Шишәмбе һәм кесаҙна көндәрендә граждандар һәм ғаризалар 1-се бүлмәлә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем ҡабул ителә», — тип хәбәр иттеләр республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетында.

Тулыраҡ мәғлүмәтте 8 (347) 218-15-19, 8-961-046-77-29, 8-961-047-99-04 телефондары буйынса белергә мөмкин.

Бынан алда «Башинформ» документтар йыйыу һәм түләүҙәр менән республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетында шөғөлләнеүҙәре хаҡында хәбәр иткәйне.

http://www.bashinform.ru/news/1275401-v-bashkirii-polnomochiya-po-oformleniyu-300-tysyach-rubley-za-perventsa-pereshli-drugomu-organu/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть