Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.16 ↓

EUR 72.58 ↑

27 март, Шаршамбы

Уфа   °

Радий Хәбиров Сибайҙағы хәл тураһында: Карьерға һыу ағыҙыуҙы ваҡытында тамамлауҙы талап итәсәкмен

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 19 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Сибайҙа карьерға һыу ағыҙыу эштәрен 20 мартҡа тиклем тамамлауҙы талап итәсәге хаҡында белдерҙе.

«Тау-байыҡтырыу комбинаты вәкилдәре менән осрашҡанда үҙебеҙ өсөн ваҡыт билдәләнек — 20 март. Карьерға һыу ебәреүҙе 20 мартҡа ҡәҙәр тамамлауҙы талап итәсәкмен, бының күләмле эш икәнен аңлап торам, — тине республика етәксеһе Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров ҡатнашлығындағы кәңәшмә йомғаҡтары буйынса брифингта. — Башҡа шахталарҙа эштәр алып барыла. Унда эшләгән бер нисә йөҙ кешенең ғүмере һәм именлеге хаҡында һүҙ бара, шуға һағыраҡ булырға кәрәк. Ләкин, шуға ҡарамаҫтан, эштәрҙе 20 мартҡа тамамлауҙы талап итәсәкмен».

Республика етәксеһе билдәләүенсә, тау-байыҡтырыу комбинаты карьерға һыу ағыҙыу эшен башҡара. Һуңлап булһа ла, комбинат карьерға һыу ебәреүҙең планлаштырылған проект ҡеүәтенә сыҡты – көнөнә 10 мең кубометр.

«Хәл бик етди. Әлегә беҙ һыу горизонтын туғыҙ метрға күтәрҙек, ә бер нисә тиҫтә метрға күтәрергә кәрәк. Горизонт күтәрелә башлаһа, төрлө тәрәнлектә һәм төрлө урындарҙа быҫҡып янған участкалар яйлап һыу аҫтында ҡаласаҡ. Билдәләнгән датаға уҡ хәлдең яҡшыра башлауын күрербеҙ тип ышанам», — тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.

Өфөләге брифингта Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров Сибайҙағы хәлдең иғтибар үҙәгендә булыуын белдерҙе.

«Тау-байыҡтырыу комбинаты етәкселегенән аныҡ яуап алдыҡ. Улар эҙемтәләрҙе бөтөрөүҙә «баш» булып тора. Март аҙағы — беҙгә артабанғы эштәрҙе уҙғарыу өсөн төп йүнәлеш. Бөгөн республика хөкүмәтендәге кәңәшмәлә әйтелгәндәр, яҡтарҙың үҙ өҫтөнә алған бурыстары үтәлер тип ышанабыҙ», — тип өҫтәне Игорь Комаров.

http://www.bashinform.ru/news/1275326-radiy-khabirov-o-situatsii-v-sibae-budu-nastaivat-na-zavershenii-podtopleniya-karera-v-srok/

                                

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть