Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.16 ↓

EUR 72.58 ↑

27 март, Шаршамбы

Уфа   °

Өфө аэропортында Duty Free магазины асыла

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 19 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

«Өфө» халыҡ-ара аэропортында был аҙнала пошлинаһыҙ сауҙа магазины асыла, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан таможняһында. Өфө үткәреү пункты Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте раҫлаған исемлеккә ингән. Ул илдә тәүгеләрҙән булып асыла. Бер үк ваҡытта ошондай сауҙа пункттары Мәскәүҙең Шереметьево һәм Домодедово аэропорттарында ла асыла. Был ваҡиға 20-21 февралдә көтөлә.

Сауҙа пунктында 18 йәштән өлкән пассажир пошлина түләмәйенсә 3 литрға тиклем алкоголь (3 литрҙан күберәк булһа — пошлина менән, 5 литрҙан ашыуыраҡ һатып алыу тыйылған), 200 сигарет (50 сигара, 250 грамм тәмәке) һатып алырға мөмкин. Таможняла асыҡлыҡ индереүҙәренсә, магазиндың ассортименты әлегә спиртлы эсемлектәр, тәмәке изделиелары, аҙыҡ-түлек менән сикләнә.

Өфө һәм Пермь аэропорттарында пошлинаһыҙ сауҙа магазиндары «Урал Дьюти Фри» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә ҡарай.    

http://www.bashinform.ru/news/1275250-v-aeroportu-ufa-otkroetsya-magazin-duty-free-v-zone-prileta/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть