Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.43

EUR 72.69

17 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан төбәк проекттарын тормошҡа ашырыуға 180 миллиард һум аласаҡ

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 19 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республиканың милли һәм федераль проекттарҙы тормошҡа ашырыуға әҙерлеге тураһында белдерҙе.

2024 йылға тиклем төбәк проекттарын финанслауҙың дөйөм күләме 180 миллиард һум самаһы тәшкил итер тип күҙаллана. Шуның яҡынса 46 миллиарды — бюджеттан тыш аҡса.

«Барлыҡ 15 милли проекттың һәм 46 федераль проекттың раҫланған паспорттары республикаға еткерелгән. Тейешле әҙерлек эше ваҡытында тамамланған. 55 төбәк проекты сиктәрендә стратегик бурыстарҙы хәл итергә ниәтләйбеҙ», — тип билдәләне республика етәксеһе Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров ҡатнашлығындағы хөкүмәт кәңәшмәһендә.

Быйыл федераль бюджеттан 15 миллиард һумдан ашыу керем көтөлә. Был — ағымдағы йылда төбәк проекттарын бойомға ашырыу өсөн ҡаралған аҡсаның дөйөм күләменән 44 процент.

«Дөйөм алғанда, федераль проекттарҙа билдәләнгән маҡсатлы ориентирҙарға өлгәшеү, һөҙөмтәләрҙе тәьмин итеү буйынса проблемалар һәм хәүефтәр күрмәйбеҙ. Алда — етди эш, бында беҙгә төбәктең федераль үҙәк менән һөҙөмтәле үҙ-ара эш итеүенә ирешеү мөһим. Маҡсат ҡуйылған — уны бергәләп хәл итербеҙ», — тип йомғаҡ яһаны Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров.

http://www.bashinform.ru/news/1275170-na-realizatsiyu-regionalnykh-proektov-bashkiriya-poluchit-180-mlrd-rubley/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть