Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.43

EUR 72.69

17 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

Стәрлетамаҡ районында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 19 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Бөгөн, 19 февралдә, Стәрлетамаҡ районының Түбәнге Уҫылы ауылында фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыу тантанаһы уҙҙы.

Медпункт балалар баҡсаһы менән бер бинала урынлашҡан, айырым инеү урыны бар, биләмә кәртәләп алынған. Фельдшер-акушерлыҡ пунктында фельдшер бүлмәһе, процедура һәм прививка яһау кабинеттары, көтөү бүлмәһе, йылы санузел һәм инвентарь һаҡлау урыны бар.

Бығаса Түбәнге Уҫылы һәм Сулпан ауылдарында йәшәүселәргә тәүге медик-санитар ярҙамды алыу өсөн 3,5 саҡрым алыҫлыҡтағы Үрге Уҫылы ауылындағы амбулаторияға йәки Стәрлетамаҡтағы поликлиникаға йөрөргә тура килә ине, тип хәбәр иттеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.

Хәҙер 400-гә яҡын кеше, шул иҫәптән 71 бала Түбәнге Уҫылы фельдшер-акушерлыҡ пунктында тәүге медик-санитар ярҙам алыу мөмкинлегенә эйә.

http://www.bashinform.ru/news/1275182-v-sterlitamakskom-rayone-poyavilsya-novyy-fap-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть