Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.16 ↓

EUR 72.58 ↑

27 март, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанды «#РәсәйБуйлапСәйәхәтИтергәВаҡыт – 2019» йыйынтығына индерҙеләр

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 19 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан Республикаһын «#РәсәйБуйлапСәйәхәтИтергәВаҡыт – 2019» электрон йыйынтығына индерҙеләр. Был – илдең туристик ваҡиғалары, ваҡиғалар туризмы өлкәһендә Russian Event Awards милли премияһы ҡатнашыусылары һәм лауреаттары тураһында онлайн-буклет.

Быйыл авторҙар Рәсәйҙең 31 төбәгенән 100 туристик проектты тәҡдим итте. Башҡортостан ваҡиғалары араһында түбәндәгеләр: «Иштуған» ҡыҫала тотоу фестивале, IV «Ваҡыт йылғаһы» Бөтә Рәсәй тарихи реконструкция фестивале, «Яңы йылса мөғжизәле Башҡортостан — TerraZima фестивале».

«Йыйынтыҡта туристик маршруттар хаҡында ла мәғлүмәт бар: өс көнлөк «Ысын Башҡортостан» этнотуры, «Пржевальский эҙҙәре буйлап» атлы экспедицияһы», — тип белдерҙеләр республика Туризм буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтендә.

Электрон йыйынтыҡты бында ҡарарға мөмкин.

http://www.bashinform.ru/news/1275022-bashkiriyu-vklyuchili-v-sbornik-poraputeshestvovatporossii-2019/

        

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть