Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.77

EUR 72.59

24 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

Сибай карьерында 9 метр горизонт һыу менән тултырылған

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 18 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Сибай карьерында һыу ағыҙыу эштәре планға ярашлы бара. Әлеге ваҡытта һыу менән тултырыу нөктәһе 540 метр кимәлендә теркәлгән, 9 метр горизонт һыу менән тултырылған. Был хаҡта бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Сибай башлығы Рөстәм Афзалов белдерҙе.

Уның һүҙҙәренсә, Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты һыу ағыҙыу кимәлен тәүлегенә 10 мең кубометрға тиклем еткергән, көкөрт диоксидын кәметеү өсөн эзбиз килтерелә.

«План буйынса 1600 тонна ине, 2 мең тоннаға ҡәҙәр арттырырға хәл ителде. Был аҙнала эштәр өсөн уңайлы һауа шарттары көтөлә. Рөхсәт ителгән сикке дәүмәлдең артыуы теркәлмәне», — тине мэр.

Бынан алда комбинаттың техник директоры Ильяс Әхмәтйәнов «Башинформ» агентлығына һөйләүенсә, ике саҡрым диаметрындағы һәм 500 метр тәрәнлектәге карьер 100 метрға һыу менән тултырыла, тағы 60 метры соҡор төбөнә иҫәпләнгән. Һыуҙы ер аҫты сығанаҡтарынан, тәбиғи һыу ағымынан һәм күрше Ҡамаған карьерынан алына. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, һыу ағыҙыу 20 мартҡа тиклем тамамланырға тейеш.

http://www.bashinform.ru/news/1274748-v-sibayskom-karere-tochka-podtopleniya-zafiksirovana-na-urovne-540-metrov/

Теги: Сибай
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть