Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.74 ↓

EUR 72.78 ↑

22 март, Йома

Уфа   °

Башҡортостанда «Тере шишмәләр» халыҡ ижады конкурсы еңеүселәрен билдәләнеләр

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 18 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостанда «Тере шишмәләр» үҙешмәкәр халыҡ ижады конкурсы еңеүселәре билдәле булды. Башҡортостан халыҡтарының фольклор традицияларын үҫтереүгә һәм күсәгилешлелекте һаҡлауға йүнәлтелгән ижади бәйге ике йылға бер тапҡыр үткәрелә.

Быйыл сара Күгәрсен районында уҙҙы. Фольклор байрамы Архангел, Бөрйән, Ейәнсура, Йылайыр, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Хәйбулла райондарынан, Сибай, Мәләүез һәм Күмертау ҡалаларынан алты балалар һәм 24 өлкәндәр үҙешмәкәр ижади коллективын йыйҙы, тип хәбәр иттеләр Республика халыҡ ижады үҙәгендә.

Жюри һәм тамашасылар иғтибарына фольклорҙың әйтеш, йыр, бейеү жанры, халыҡ байрамдары, ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары, уйындары тәҡдим ителде. Улар иҫәбендә — «Параскева Льняница», «Святочные посиделки», «Ауыл йәрминкәһе», «Ҡайын-ҡабаҡ буйында», «Кәкүк сәйе», «Йәйге нардуған», «Торатау».

Гран-приҙы Күгәрсен районынан «Веретёнце» балалар фольклор ансамбле яуланы. Өлкәндәрҙең фольклор коллективтары араһында Бөрйән районынан «Элгеләү» халыҡ фольклор ансамбле һәм Хәйбулла районынан «Ҡараhыу» башҡорт фольклор ансамбле I дәрәжә лауреат исемен алды. Коллективтар «Фольклорҙа халыҡ традицияларын тергеҙеү һәм һаҡлау» номинацияһында ла билдәләнде.

Конкурс барышында коллективтарҙың етәкселәре һәм ҡатнашыусылары менән түңәрәк өҫтәл уҙҙы, унда репертуар, фольклор программаларын ҡуйыу мәсьәләләре, сәхнә кейемдәре тикшерелде.

Фестивалде ойоштороусылар — Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Күгәрсен районы хакимиәтенең мәҙәниәт идаралығы.

http://www.bashinform.ru/news/1274927-v-bashkirii-opredelili-pobediteley-konkursa-narodnogo-tvorchestva-zhivye-rodniki-/

              

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть