Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.74 ↓

EUR 72.78 ↑

22 март, Йома

Уфа   °

Республика фермерҙары 1,1 миллиард һумға грант ярҙамын аласаҡ

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 18 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

2019 йылға фермерҙарға грант ярҙамы 1,1 миллиард һум күләмендә билдәләнгән, тип хәбәр итте хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан вице-премьеры – ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов. Был – «Яңы эш башлаған фермер», «Ғаилә малсылыҡ фермаһы», «Кооперативтар» һәм «Килем килтереүсе предприятие» республика проекты программалары буйынса аҡсаның дөйөм күләме. 740 миллионы федераль бюджеттан күсә, уларҙы алыу өсөн документтарҙы ентекле әҙерләргә кәрәк, тип иҫкәртте ауыл хужалығы ведомствоһы башлығы.

Уҙған йыл йомғаҡтарына килгәндә, иң күп грантты Урал аръяғы төньяҡ-көнсығыш субтөбәге хужалыҡтары алған, был хөкүмәт аппаратының ентекле иғтибары менән аңлатыла. Мәҫәлән, Баймаҡ районы фермерҙары 142,3 миллион һумға 61 грант алған, Йәрмәкәй районында 7,2 миллион һумға дүрт «фермер» гранты алынған. Быйыл муниципалитет башлыҡтарының эшенә рейтинг төҙөлә, шул иҫәптән районға фермер гранттарын йәлеп итеү һөҙөмтәләре буйынса, тип иҫкә төшөрҙө Илшат Фәзрахманов.

Әле Башҡортостанда 6,5 мең крәҫтиән-фермер хужалығы эшләй. Фермер хужалыҡтарының тулайым продукция етештереүҙәге өлөшө былтыр 11,5% — 17,5 миллиард һум тәшкил иткән. Был Волга буйы федераль округында — өсөнсө, Рәсәйҙә 11-се урын. Башҡортостан фермерҙары 33% ашлыҡ, 30% көнбағыш, 22% шәкәр сөгөлдөрө, 15% ябыҡ грунтта үҫтерелгән йәшелсә, 5% ит һәм 11% һөт етештерә.

Башҡортостанда 620 мең шәхси ярҙамсы хужалыҡ иҫәпләнә. Уларҙың килемен арттырыу өсөн республиканың Ауыл хужалығы министрлығы килем килтереүсе предприятиелар булдырыу программаһын әҙерләгән. Үткән йылда 118 ойошторолған, төбәк ҡаҙнаһы уларға ярҙам күрһәтеү өсөн 300 миллион һум йүнәлткән. Ағымдағы йылда 264 ауыл биләмәһендә йәшәүселәр ғариза биргән. Ауыл хужалығы министрлығы планына ярашлы, 2020 йылдың аҙағына 4,5 мең шәхси ярҙамсы хужалыҡ кооперативтарға берләшергә, һөҙөмтәлә уларҙың килемлелеге 10% артырға тейеш.      

http://www.bashinform.ru/news/1274777-bashkirskie-fermery-poluchat-grantovuyu-podderzhku-na-1-1-mlrd-rubley/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть