Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.74 ↓

EUR 72.78 ↑

22 март, Йома

Уфа   °

Башҡортостанда судта нефть заводында алты кеше һәләк булған шартлау тураһында эште ҡарайҙар

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2019 йыл, 18 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостан прокуратураһы «Башнефть» компанияһы филиалы «Башнефть-Уфанефтехим»дың техник күҙәтеү бүлеге секторы начальнигы, «Гидрокрекинг» ҡулайламаһы начальнигы, етештереү майҙансығының баш механигы һәм ике инженерына ҡарата енәйәт эшенең ғәйепләү һығымтаһын раҫланы. Улар «шартлау хәүефе булған объектта хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙоу» статьяһы буйынса ғәйепләнә.

Республика прокуратураһының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, ошо кешеләр шартлау хәүефе булған объектта хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙған. Улар ҡулайлама коллекторҙарын тейешенсә ремонтлауҙы тәьмин итмәгән. Бынан тыш, эштәр тамамланғас, ҡорамалдың сәнәғәт хәүефһеҙлеге экспертизаһын үткәрмәгән.

Уларҙың үҙ эшен нисек етте шулай башҡарыуҙары арҡаһында 2016 йылдың июль төнөндә ҡулайламала газ-сеймал ҡатнашмаһы шартлап, ҙур янғын башланған. Һөҙөмтәлә аварияла алты хеҙмәткәр һәләк булған, икәүһе йәрәхәтләнгән. Ойошмаға 9 миллиард һумдан ашыу зыян килтерелгән.

Ғәйепләү һығымтаһының күсермәләре тапшырылғас, енәйәт эше ҡарау өсөн судҡа ебәрелә.

http://www.bashinform.ru/news/1274682-v-bashkirii-v-sude-rassmotryat-delo-o-vzryve-na-neftyanom-zavode-s-shestyu-pogibshimi/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть