Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.55

EUR 69.86

15 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә урындағы скульпторҙар эшләгән Рудольф Нуриев һәйкәлен опера театры янында ҡуялар

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 18 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Күренекле бейеүсе Рудольф Нуриевҡа һәйкәл Башҡорт опера һәм балет театры янындағы аллеяла ҡуйыла, тип хәбәр итте йәмәғәтселәр.

Фекер алышыуҙа монумент авторҙары, Өфөнөң Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы белгестәре ҡатнашты. Өфө авторҙары – скульптор Владимир Лобанов һәм архитектор Леонид Дубинский эшләгән монументты бейеүсенең данлы юлы башланған бина эргәһендә ҡуйырға тигән ҡарар ҡабул ителде.

«Скульптураның бейеклеге – 2,5 метр, гранит постаменттың иһә 1 метр. Һәйкәлдең эскизы 2016 йылдың декабрендә үк Мәҙәниәт министрлығының асыҡ конкурсыһы еңеүсеһе тип танылған. Монумент авторҙары һүҙҙәренсә, ойоштороу һәм финанс мәсьәләләрен хәл итергә, заказсыны һәм проектты тормошҡа ашырыу ваҡытын билдәләргә ҡалған», — тип яҙа «Аргументы и факты» баҫмаһы 14 февралдә театр янында уҙған эш кәңәшмәһендә ҡатнашыусыларға һылтанма менән.

Өфө мэрияһының матбуғат хеҙмәтендә мәғлүмәтте рәсми раҫламанылар.

Рудольф Нуриев — совет, британ һәм француз балет артисы һәм балетмейстеры, Киров исемендәге Ленинград опера һәм балет театры солисы. 1961 йылда труппаның Париждағы гастролдәре тамамланғас, сәйәси һыйыныу урыны һорай. 1941 йылда Рудольф әсәһе менән Башҡорт АССР-ына эвакуациялана. Өфөлә балалар фольклор ансамблендә бейей, Мәҙәниәт һарайында ошонда һөргөндә булған Петербург балеринаһы Анна Удальцовала шөғөлләнә.

Өфөлә Башҡорт хореография колледжы һәм 1993 йылдан Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә уҙғарылған Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале, шулай уҡ ҡала урамдарының береһе  Рудольф Нуриевтың исемен йөрөтә. Башҡорт опера һәм балет театрында Рудольф Нуриев музейы булдырылған. Шулай уҡ бейеүсе хөрмәтенә ҡалала мемориаль таҡтаташ һәм барельеф ҡуйылған.

http://www.bashinform.ru/news/1274568-v-ufe-utverdili-mesto-ustanovki-pamyatnika-rudolfu-nureevu/

                          

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть