Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.48 ↓

EUR 71.96 ↑

21 май, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда уртаса эш хаҡы 39,7 мең һумдан ашҡан

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 18 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостанда уртаса эш хаҡы 2018 йылдың декабрендә 39 746 һумдан ашҡан, тип хәбәр иттеләр республика Хеҙмәт министрлығында статистиктар мәғлүмәтенә һылтанма менән.

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, әле төбәктә 1,9 миллиондан ашыу иҡтисади яҡтан әүҙем халыҡ иҫәпләнә. Эшһеҙҙәр һаны, Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы стандарттарына ярашлы, 89,5 мең кеше тәшкил итә. Дөйөм эшһеҙлек кимәле 4,6 процентҡа тиң.

Эшкә һәләтле халыҡ өсөн йәшәү минимумы 9 504 һум тәшкил итә.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, уҙған йылда республикала социаль өлкә һәм фән хеҙмәткәрҙәренең уртаса хеҙмәт хаҡы 34 231 һум тәшкил иткән.

http://www.bashinform.ru/news/1274745-srednyaya-zarplata-v-bashkirii-prevysila-39-7-tysyachi-rubley/

    

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть