Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.55

EUR 69.86

15 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, актер Заһир Вәлитов донъя ҡуйған

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 18 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Кисә Өфөлә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры актеры Заһир Вәлитов ауырыуҙан һуң донъя ҡуйған.

Вәлитов Заһир Суфиян улы — Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.

1940 йылда республиканың Күгәрсен районында тыуған. 1964 йылда — Өфө дәүләт сәнғәт училищеһын, 1987 йылда З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай. 1964-1970 йылдарҙа Сибай драма театрында эшләй. 1970 йылда М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры труппаһына ҡабул ителә.

Ул Аҡъегет («Ай тотолған төндә», М.Кәрим), Ильяс («Юғалған мөхәббәт» С. Айытматовтың «Гүзәлем минең Әсәл» повесы буйынса), Марат («Минең бахыр Маратым», А. Арбузов), Үмәркәй («Ҡанат йәйгәндә», Н. Асанбаев), Әптерәй («Ҡыр ҡаҙҙары», Р. Сафин), Вәли («Тапшырылмаған хаттар», Ғәҙел Ҡотой — Р. Исрафилов), Яхъя, Хасбулат («Әсәләр көтәләр улдарын», Ә. Мирзаһитов), Илеш («Салауат. Өндәге ете төш»), Гефест («Ташлама утты, Прометей!»), Шағир («Яҙмыштарҙан уҙмыш бар!»), Хомичук («Ярлыҡау») — бөтәһе лә М. Кәримдеке; Сәғәҙиев («Ун өсөнсө председатель» — «Һуңғы уҙаман»,  А. Абдуллин) ролдәре маенән тамашасыларҙың хәтерендә ҡалды.

1995 йылда ҡуйыусы режиссер булараҡ Р.Байбулатовтың «Йәрем минең – алиһәм!» пьесаһы буйынса спектакль сәхнәләштерҙе.

2000 йылда «Аҡъял батыр» башҡорт халыҡ әкиәте буйынса инсценировка яҙҙы.

«Башинформ» агентлығы мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.

http://www.bashinform.ru/news/1274533-v-ufe-ushel-iz-zhizni-narodnyy-artist-rossii-i-bashkortostana-akter-zagir-valitov-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть