Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.61

EUR 72.31

26 май, Йәкшәмбе

Уфа   °

«Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!». Радий Хәбиров һәләк булған афған яугирҙәренең туғандары менән осрашты

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 18 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

16 февралдә Өфөләге «Торатау» конгресс-холында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуҙың 30 йыллығы уңайынан тантаналарҙа ҡатнашты, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар менән осрашты һәм һәләк булған яугир-интернационалистарҙың туғандары менән аралашты.

БАССР-ҙан Афғанстанға бөтәһе 9,5 мең самаһы кеше оҙатылған, уларҙың 343-ө яуҙа йәки яраларҙан һәләк булған, алтауһы хәбәрһеҙ юғалған, 2500 хәрби төрлө йәрәхәттәр алған.

«Был — республикабыҙ тарихында ауыр сәхифә, ошо ваҡиғаларға 30 йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, һыҙлау баҫылмай. Беҙ ошо егеттәрҙең барыһын да иҫләйбеҙ һәм бер ҡасан да онотмайбыҙ, улар менән ғорурланабыҙ, беҙҙең өсөн улар иҫән, йәштәрҙе уларҙың ҡаһарманлығы өлгөһөндә тәрбиәләйбеҙ,  яугирҙәр йәшәгән бөтә райондарҙа уларҙың иҫтәлегенә төрлө саралар ойошторалар», — тине республика етәксеһе, һәләк булған хәрбиҙәрҙең туғандарына мөрәжәғәт итеп.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы менән осрашыуға 11 яҡташыбыҙҙың — хәрби һәм патриотик бурысын үтәгәндә йәш көйөнсә ғүмерҙәре өҙөлгән һалдат һәм офицерҙарҙың ата-әсәһе һәм туғандары килде. Улар — пехота хәрби машинаһының механик-водителе Геннадий Журавлев, Ҡырмыҫҡалы районы Һәүәләй ауылынан рядовой Әлфит Ғәләүетдинов, Нуриман районы Павловка ҡасабаһынан прапорщик, гранатомет взводы командиры Марсель Хәкимов, Нуриман районы Яңы Күл ауылынан Рәмил Мөхәмәтйәнов, Өфө районы Ҡамышлы ауылынан рядовой, радиотелеграфист Александр Александров, рядовой, пехота хәрби машинаһы механик-водителе Рөстәм Сәйетов, Учалынан рядовой, водитель Ирек Моратов, Октябрьский ҡалаһынан рядовой, миномет командиры Илдар Фәтхетдинов, Салауаттан сержант, гранатомет бүлеге командиры Владимир Мельников, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан рядовой, пулеметсы Эдуард Шашкин, Өфөнән рядовой, разведчик Андрей Машковский.

Учалы ҡалаһынан Афғанстанға 460 кеше саҡырылған, 10 яҡташыбыҙ шул һуғышта һәләк булған. Улар араһында Ирек Моратов та бар, ул дуҫының ғүмере өҙөлгәнен ишетеп, үҙ теләге менән армияға киткән. Уға 19 ғына йәш булған. Һалдаттың әсәһе Фатима Моратова әйтеүенсә, егет физик әҙерлек менән шөғөлләнгән, музыка менән мауыҡҡан. Хәҙер Ирек Моратов уҡыған мәктәптә иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған, уның исеменә иншалар конкурсы, спорт ярыштары уҙғарыла. Фатима Моратова балаларҙы һәм йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү буйынса әүҙем йәмәғәт эше алып бара, һәләк булған яҡташтарҙың ата-әсәләре менән осрашыуҙар ойоштора.

Башҡортостанда Афғанстанда һәләк булған яугирҙәр тураһында хәтерҙе ҡәҙерләп һаҡлайҙар, уларҙың ғаиләләре иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Осрашыуҙа Радий Хәбиров уларҙың тормошо, көнүҙәк проблемалары менән ҡыҙыҡһынды, борсоған мәсьәләләрҙе хәл итергә вәғәҙә бирҙе.

«Үҙегеҙҙе һәм һаулығығыҙҙы һаҡлағыҙ, — тине Радий Хәбиров. — Балаларығыҙ тураһында онотмаһындар өсөн барыһын да эшләргә тырышырбыҙ. Көслө булығыҙ, сирләмәгеҙ. Ошондай шәп улдар үҫтергәнегеҙ өсөн алдығыҙҙа баш эйәбеҙ».

http://www.bashinform.ru/news/1274357-beregite-sebya-radiy-khabirov-vstretilsya-s-rodnymi-pogibshikh-internatsionalistov-afgantsev/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть