Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.52 ↓

EUR 71.23 ↑

26 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә Камал исемендәге Татар театрының гастролдәре асылды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 15 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия драма театрының гастролдәре асылды. Был юлы улар Өфө «Нур» татар театры сәхнәһендә бара.

Тамашасыларҙы «Нур» театры директоры Илдар Һаҙыев һәм баш режиссер Байрас Ибраһимов, театр актрисаһы, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Резеда Фәхруллина, Ғ.Камал исемендәге Татар театрының баш режиссеры Фәрит Бикчәнтәев, театр директоры Илфир Яҡупов, М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры директоры Иршат Фәйзуллин һәм театр актрисаһы, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Илһөйәр Ғәзетдинова сәләмләне. Тәүге көндө ҡазандар Аяз Ғиләжевтың «Әтәс менгән ситәнгә» спектаклен күрһәтте.

Татар театрының гастролдәре 2019 йылдың 20 февраленә тиклем дауам итә.

Гастролдәр афишаһына ингән спектаклдәр:

14 һәм 19 февралдә — А. Ғиләжевтың «Әтәс менгән ситәнгә»;

15 һәм 16 февралдә — Н.Иҫәнбәттең «Миркәй менән Айһылыу»;

16 февралдә — С.Ғаффарованың «Килмешәк»;

16 һәм 17 февралдә — З.Хәкимдең «Килә яуа, килә яуа...»;

17 һәм 18 февралдә — Ғ.Исхаҡиҙың «Тормошмо был?» ;

20 февралдә — «Бейеү пәрейе», авторы һәм режиссеры  И. Зәйниев.

Бер үк ваҡытта «Нур» театры Пермь крайында гастролдәрен асты. Өфө татар театры өс көн буйына тамашасыларҙы сағыу комедиялары менән ҡыуандырасаҡ. 14 февралдә Зөлфәт Хәкимдең «Тыҡрыҡта булды был хәл» комедияһы күрһәтелде, режиссеры – Байрас Ибраһимов, Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. 15 февралдә Пермдә йәшәүселәр Наил Ғәйетбаевтың «Балкондан төшкән мөхәббәт» комедияһын ҡарай ала. 16 февралдә Барҙа ҡасабаһы тамашасыларының да мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә «Балкондан төшкән мөхәббәт» комедияһын ҡарау мөмкинлеге бар.

http://www.bashinform.ru/news/1274199-v-ufe-otkrylis-gastroli-tatarskogo-teatra-imeni-kamala/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть