Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.77

EUR 72.59

24 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республикала уртаса пенсия 13,5 мең һумдан ашты

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 15 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

2019 йылдың 1 ғинуарына республикала уртаса пенсия 13 585 һумға етте, тип хәбәр итә Башҡортостанстат. Сағыштырыу өсөн: бер йыл элек ул төбәктә 12 767 һумға тиң ине.

Әлеге ваҡытта Башҡортостанда 1,195 миллиондан ашыу пенсионер йәшәй, 2018 йылдың ғинуарында – 1,177 миллион.

Республика пенсионерҙарының күпселеге йәки 1,097 миллионға яҡыны страховка пенсияһын ала. Бындай пенсияның уртаса күләме төбәктә 13 962 һум тәшкил итә.

Ҡартлыҡ буйынса пенсия алған кешеләрҙең пенсияһы – уртаса 14 386 һум.

Инвалидлыҡ буйынса пенсияның уртаса күләме Башҡортостанда 9 017 һум тәшкил итә, ҡараусыһын юғалтҡан өсөн – 9 561 һум.

Республикала дәүләт пенсия тәьминәте буйынса пенсия алған тағы 98,7 мең кеше иҫәпләнә. Уларҙың уртаса пенсияһы ағымдағы йылдың 1 ғинуарына 9391 һум тәшкил итте, тип белдерҙе статистиктар.

http://www.bashinform.ru/news/1274153-srednyaya-pensiya-v-bashkirii-dostigla-13585-rubley/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть