Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.77

EUR 72.59

24 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил Рим Ҡәйүмов Сибайҙа граждандарҙы ҡабул итә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 15 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Омбудсмен Сибай дауаханаһында булды, унда дежур табип һәм Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары менән аралашты.

Улар халыҡҡа нисек медицина ярҙамы күрһәтеүҙәре, Өфө табиптарының — терапевтарҙың һәм тар йүнәлешле белгестәрҙең эше тураһында һөйләне. Рим Ҡәйүмовҡа бөгөн, 15 февралдә, хәүефле урында йәшәгән балалар төркөмөнөң шифаханаларға юлланыуы хаҡында ла хәбәр иттеләр.

Шулай уҡ ул ваҡытлыса урынлаштырыу пунктында һәм карьерҙа булды.

«Эш грамоталы алып барыла, минеңсә, көсөргәнеш юҡ. Урындағы дауаханала ҡабул иткән Өфө белгестәре ҙур ярҙам күрһәтте. Ҡалала еҫ һиҙелмәй, карьер янында бар. Эштәр алып барыла, хәл яйға һалыныр тип ышанам. Сибайҙа граждандарҙы күсмә ҡабул итеү күҙаллана. Әлегә урындағы халыҡтан мөрәжәғәттәр килмәне», — тине Рим Ҡәйүмов.

http://www.bashinform.ru/news/1274103-upolnomochennyy-po-pravam-cheloveka-v-bashkirii-rim-kayumov-v-sibae-provedet-priem-grazhdan/

Теги: Сибай
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть