Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.77

EUR 72.59

24 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

Дмитрий Медведев Башҡортостанда өс яңы йылдам үҫеш биләмәһенең барлыҡҡа килеүе тураһында белдерҙе

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 15 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев Нефтекамала, Благовещенда һәм Белоретта йылдам үҫеш биләмәләрен булдырыу тураһында иғлан итте. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров үҙенең Фейсбуктағы сәхифәһендә ошо хаҡта яҙҙы.

«Улар — льготалы  һалым шарттары, инвестициялар йәлеп итеү һәм бизнесты алып барыу өсөн ябайлаштырылған административ процедуралар. Ябайыраҡ итеп әйткәндә — был ошо ҡалаларға иҡтисади яҡтан алға китеү өсөн етди мөмкинлек булып тора», — тип билдәләне республика етәксеһе.

Әле республикала алты күп профилле берәмек:  Нефтекама, Белорет, Учалы, Благовещен, Бәләбәй һәм Күмертау. Йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе һуңғы икәүһенең сигендә ойошторолған. Был биләмәләрҙә 17 резидент теркәлгән. 2019 йылдың 1 ғинуарына ҡарата улар меңдән ашыу эш урыны булдырған һәм 1,8 миллиард һум самаһы инвестиция йәлеп иткән.

Башҡортостанда 2019 йылдың 1 ғинуарынан йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләре компаниялары-резиденттарына өс тапҡырға кәметелгән һалым ставкалары билдәләнгән, улар 2021 йылдың 31 декабренә тиклем ғәмәлдә була. Тейешле закон Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа ҡабул ителгән.

Һалым һалыуҙың ябайлаштырылған системаһы буйынса эшләгән резиденттар өсөн килемгә һалым ставкаһы 6 проценттан 2 процентҡа тиклем кәмей. «Килемдәр минус сығымдар» системаһы буйынса эшләгәндәр өсөн — 15 проценттан 5 процентҡаса. Резиденттарға килемгә, ергә, мөлкәткә һалым буйынса льготалар бирелә.      

http://www.bashinform.ru/news/1274078-dmitriy-medvedev-obyavil-o-sozdanii-v-bashkirii-trekh-novykh-territoriy-operezhayushchego-razvitiya/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть