Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.48 ↓

EUR 71.96 ↑

21 май, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә йәнә трамвай селтәрен үҫтерергә йыйыналар

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 15 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Сочиҙа журналистар менән осрашыуҙа «Внешэкономбанк» менән берлектә планлаштырылған проекттар хаҡында һөйләне. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә Сочиҙа Рәсәй инвестиция форумы барышында Радий Хәбировтың дәүләт үҫеш корпорацияһы рәйесе Игорь Шувалов менән һөйләшеүҙәре уҙҙы, унда корпорацияның Өфөнө яңыртыу буйынса проекттарға, атап әйткәндә, транспорт проекттарын тормошҡа ашырыуға ҡушылырға әҙерлеге тураһында белдерелде.

«Ҙур ҡалаларҙың киләсәге электр транспорты менән бәйле, – тине Радий Хәбиров, «Башинформ» журналисының һорауына яуап биреп. – Өфөлә селтәр ҙә, трамвай паркы ла алмаштырыуҙы талап итә. Әле Рәсәйҙә трамвайҙар етештергән ҙур компаниялар менән һөйләшеүҙәр алып барабыҙ».

Радий Хәбиров шулай уҡ республикала коммуналь техника етешмәү мәсьәләһенең киҫкен тороуын, уның паркын яңыртыу кәрәклеген билдәләне. «Муниципалитеттар техникаһыҙ интекте. Беҙҙең башлыҡтар техника алһын һәм халыҡтың ҡалаларҙы йыйыштырыуға ялыуҙарына реаль эштәр менән яуап бирһен».

Бынан алда киң мәғлүмәт саралары Өфөләге трамвай паркы үҙенең ресурсын 95% ашыуға файҙаланған, вагондарҙың уртаса йәше 25 йылдан күберәк тип хәбәр иткәйне. Яҡынса 1000 берәмек иҫәпләнгән трамвай паркын яңыртыу өсөн, 2017 йыл мәғлүмәттәре буйынса, 3 миллиард һумдан ашыуыраҡ кәрәк.

Күсмә составтан тыш, юл инфрастуктураһы ла яңыртыуға мохтаж. Трамвай юлдары 65% иҫкергән, күп кенә участкаларҙы тиҙ арала алмаштырыу талап ителә.

http://www.bashinform.ru/news/1274022-v-ufe-planiruyut-snova-razvivat-tramvaynuyu-set/

                

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть