Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.77

EUR 72.59

24 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

Стәрлетамаҡта ҡалалағы тәүге «аҡыллы» туҡталыш барлыҡҡа килде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 15 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Кисә Стәрлетамаҡта «Ашҡаҙар» ҡунаҡханаһы янында ҡалалағы тәүге «аҡыллы» туҡталыш барлыҡҡа килде. «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, бынан алда Башҡортостан Хөкүмәтендәге аҙналыҡ кәңәшмәләрҙең береһенән һуң Радий Хәбиров уның проекты менән танышҡайны.

Стәрлетамаҡ хакимиәтендә хәбәр итеүҙәренсә, туҡталыш павильоны реклама конструкцияһын урынлаштырыу конкурсында еңеүсе иҫәбенә һатып алынған һәм ҡуйылған. Әле үк павильон гаджеттарҙы зарядлау өсөн USB-порттар менән йыһазландырылған. Тиҙҙән унда Wi-Fi, видеокамера һәм йәмәғәт транспорты теҙмәһе менән электрон табло, ашығыс хеҙмәттәрҙе саҡырыу төймәһен ҡуйыу күҙаллана.

Бындай туҡталыш комплекстары тиҙҙән Өфөлә һәм башҡа ҡалаларҙа ла ҡуйыла башлай.

http://www.bashinform.ru/news/1273988-v-sterlitamake-ustanovili-pervuyu-v-gorode-umnuyu-ostanovku-/

              

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть