Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.77

EUR 72.59

24 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Сочиҙа 40 миллиард һумға инвестиция килешеүҙәрен төҙөнө – Радий Хәбиров

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 15 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Инвестициялар — бик көйһөҙ нәмә, ул уңыш ҡошо кеүек, тине журналистарға Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Сочиҙағы Рәсәй инвестиция форумында.

Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, форумда Башҡортостан 40 миллиард һумға инвестиция килешеүҙәренә ҡул ҡуйҙы, күләмле сараның төп мәғәнәһе шуға ҡайтып ҡалды ла инде.

«Бында бик етди эш бара, һәр ҙур предприятие үҙенең тауары менән таныштыра, тәҡдим итә, осрашыуҙар тәғәйенләнә, эшлекле бәйләнештәр урынлаштырыла. Осраҡлы осрашыуҙар оҙайлы иҡтисади бәйләнештәр булдыра. Бөгөнгө форум күп көс талап иткән эш алдынан апофеоз булды. Килешеүҙәр, аҡса, инвестициялар шунда уҡ барлыҡҡа килмәй, — тине Хәбиров. — Форумдың икенсе мөһим темаһы — милли проекттар, әлеге ваҡытта республика хөкүмәте ошо мәсәьәлә өҫтөндә эшләй».

Республика етәксеһе билдәләүенсә, бөгөн төбәккә һәм илгә инвестициялар йәлеп итеү темаһы бик мөһим. Уның фекеренсә, хәҙер хөкүмәткә «бөтә илдәрҙең пролетарийҙары, йыйылығыҙ» тигән кеүегерәк оран ташларға кәрәк.

«Төрлө сәбәптәр буйынса йә тегендә, йә бында эшләгән һәм эшҡыуарлыҡ алып барған яҡташтарыбыҙ байтаҡ. Бурысыбыҙ – үҙебеҙҙекеләрҙе тыуған төйәккә ҡайтарыу, ә бындағыларҙың власҡа ышанысын тәьмин итеү. Сөнки эшҡыуар һәр саҡ һаҡ. Бына беҙ дәүләт хеҙмәтендә эшебеҙҙе юғалтыуыбыҙ ихтимал, ә эшҡыуар – бөтә нәмәһен. Әгәр эшҡыуарҙар власҡа ышанмаһа, бер нәмә лә килеп сыҡмай, — тип билдәләне Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы. — Мәҫәлән, республикабыҙҙа инвесторҙар менән «Инвестиция сәғәте» форматында осрашыуҙар үҙенең һөҙөмтәлелеген күрһәтте. Хөкүмәт ултырыштарын йыйырға кәрәкмәй, бында әлеге мәлдә кәрәк булған учреждение вәкилдәре йыйыла, инвесторҙар килә, проблемалар һәм бурыстар хаҡында һөйләй, һәм улар шунда уҡ хәл ителә. Инвестициялар — бик көйһөҙ нәмә, ул уңыш ҡошо кеүек».

Журналистарға интервьюһында Радий Хәбиров Башҡортостан менән Ҡырым Республикаһының үҙ-ара файҙалы иҡтисади хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре тураһында ла һөйләне.

http://www.bashinform.ru/news/1273825-investitsii-neveroyatno-kapriznaya-veshch-eto-kak-ptitsa-udachi-radiy-khabirov-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть