Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.48 ↓

EUR 71.96 ↑

21 май, Шишәмбе

Уфа   °

Дмитрий Медведев Башҡортостандың инвестиция мөмкинлектәрен баһаланы

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 14 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/.

Рәсәй хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев Сочиҙа барған Рәсәй инвестиция форумында Башҡортостан стендын ҡараны. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров интерактив картала төбәктең инвестиция мөмкинлектәрен, республиканың иҡтисади мөмкинлектәрен киңәйтергә тейешле ҙур проекттарын күрһәтеп һөйләне. Рәсәй премьер-министры шулай уҡ «СибайПлитПром» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең юнысҡы плитәләр заводын төҙөү проекты менән танышты. Инвестициялар 24 миллиард һум күләмендә планлаштырыла. Завод Баймаҡ районының Моҡас ауылы янында заманса технологиялар ҡулланып төҙөлә. Предприятиеның етештереү ҡеүәте — йылына 1 миллион кубометр ағас эшкәртеү һәм 570 мең кубометр плитә. Рәсәйҙең Тура инвестициялар фонды проекттың тағы бер инвесторы булыуы ихтимал. Меңдән ашыу кеше эш урындары менән тәьмин ителергә тейеш.

Дмитрий Медведев Башҡортостандың инвестиция мөмкинлектәрен юғары баһаланы.

«Һәйбәт проекттар, иҡтисади ҡеүәт менән, уларҙы тормошҡа ашырыу өҫтөндә әүҙем эшләгеҙ», — тип билдәләне Рәсәй хөкүмәте рәйесе Башҡортостан етәксеһе менән һөйләшеүҙә.

http://www.bashinform.ru/news/1273577-dmitriy-medvedev-otsenil-investitsionnye-vozmozhnosti-bashkortostana/

                                  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть