Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.48 ↓

EUR 71.96 ↑

21 май, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Сочиҙағы инвестиция форумында агросәнәғәт комплексы өлкәһендә 30 миллиард һумға инвестиция килешеүҙәренә ҡул ҡуйҙы

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 14 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/.

Бөгөн, 14 февралдә, Сочиҙағы Рәсәй инвестиция форумында Башҡортостан тәүге инвестиция килешеүҙәренә ҡул ҡуйҙы. Улар агросәнәғәт комплексы өлкәһенә ҡағыла. Әйтәйек, Йәрмәкәй районында 2 800 һыйырға «Семен-Макар» ҙур малсылыҡ комплексын төҙөү, унда йылына 22 мең тоннанан ашыу юғары сортлы һөт етештереү күҙаллана. Ошонда уҡ һөт тоҡомло йәш мал үҫтереү өсөн 3 200 башҡа иҫәпләнгән майҙансыҡтар ҙа булдырыла. Инвестицияларҙың дөйөм күләме — яҡынса 3 миллиард һум. 112 яңы эш урыны булдырылған комплексты 2019 йылдың аҙағында сафҡа индереү планлаштырыла. Документҡа Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һәм инвесторҙың вәкиле — «Северная Нива Башкирия» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Петр Дубянский ҡул ҡуйҙы.

Улар Бәләбәй һәм Бишбүләк райондарында өс малсылыҡ комплексын төҙөү буйынса инвестиция ниәттәре тураһында килешеүҙе лә ҡултамғалары менән нығытты. Дөйөм алғанда, «Северная Нива Башкирия» йәмғиәтенең проекты Йәрмәкәй, Бәләбәй һәм Бишбүләк райондары биләмәһендә 15 мең баш һыйырға дүрт һөт комплексын һалыуҙы күҙ уңында тота. Инвестицияларҙың дөйөм күләме — 17,4 миллиард һум.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, компанияны ойоштороусы — «ЭкоНива» Рәсәй-Германия компаниялар төркөмө, штаб-фатиры Воронежда урынлашҡан. Уға Штефан Дюрр нигеҙ һалған.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, AVG Capital Partners тура инвестициялар фондының идарасы партнёры Рөстәм Мирғәлимов һәм LR Group (Израиль) генераль директоры Ами Листиг Кушнаренко районында 7 000 башҡа иҫәпләнгән һөт йүнәлешендәге малсылыҡ комплексын төҙөү буйынса ниәттәр тураһында килешеүгә лә ҡул ҡуйҙы.

Проекттың инициаторы — «Таврос» компаниялар төркөмөнә ингән «Башкир-Молоко» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. 2019-2020 йылдарҙа төҙөү күҙалланған комплекс һәр береһе 3 500 һауын һыйыры буйынса ике заманса һөт-тауар фермаһын (Израиль технологиялары ҡулланыла), шулай уҡ мал аҙығы үҙәген үҙ эсенә ала. Проектҡа инвестициялар күләме 10 миллиард һум тәшкил итә.

http://www.bashinform.ru/news/1273445-bashkiriya-na-rossiyskom-investforume-v-sochi-podpisala-investsoglasheniya-v-sfere-apk/

                          

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть