Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.77

EUR 72.59

24 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республикала ниндәй парҙар йышыраҡ айырылыша – статистика

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 14 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Башҡортостанда ниндәй парҙар йышыраҡ айырылыша. Республиканың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты былтыр нисә парҙың һәм бергә йәшәгәндән һуң нисә йыл үткәс айырылышыуҙары тураһында статистика мәғлүмәттәрен иғлан итте.

2018 йылда республиканың ЗАГС бүлектәре никахты тарҡатыу тураһында бөтәһе 15 407 акт теркәгән. Унан алдағы йылда 15 568 пар айырылышҡан.

6 104 парҙың ғаилә стажы 5 йылдан аҙыраҡ.

3 906 пар 5-10 йыл йәшәгәндән һуң никахтарын тарҡатҡан.

2 038 пар 10-15 йылдан һуң айырылышҡан.

1 623 пар 15-20 йыл үткәс айырылышырға хәл иткән.

1 736 ғаилә 20 һәм унан күберәк йыл уҙғас тарҡалған.

Республиканың 12 районында һәм ҡалаһында айырылышыуҙар һаны кәмегән, улар — Архангел, Балаҡатай, Ғафури, Ҡариҙел, Стәрлетамаҡ, Тәтешле, Шаран, Белорет райондары, Белорет ҡалаһы, Учалы районы һәм ҡалаһы, Өфөнөң Октябрьский районы.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, уҙған йылда никахтар һаны ла кәмегән. 12 айҙа 25 388 ғаилә ҡоролған — 2017 йылға ҡарағанда 9,1% аҙыраҡ.

http://www.bashinform.ru/news/1273504-kakie-pary-v-bashkirii-razvodyatsya-chashche-statistika/

                        

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть