Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.77

EUR 72.59

24 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан дауаханаларында күҙ табиптары бушлай операция яһай

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 14 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Башҡортостан дауаханаларында Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты табиптары пациенттарға бушлай операция яһай. Клиника республика ҡалаларында һәм райондарында күҙ сирҙәренән яфаланған пациенттарға бушлай операция үткәреү буйынса яңы программаны бойомға ашыра башланы.

Хәҙер республикала йәшәүселәргә Өфөгә һәм башҡа ҡалаларға барырға кәрәкмәй, институттың төп офтальмохирургтары уларға үҙҙәре килеп операция яһай. Ғинуарҙа һәм февралдә Малаяҙ, Бәләбәй, Мәләүез үҙәк район дауаханаларында, Стәрлетамаҡтың 3-сө дауаханаһында пациенттарҙы ҡабул иттеләр.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ғилми-тикшеренеү институты хирургтарының февраль, март, апрель айҙарына графигын баҫтырып сығарҙы:

      
  • 18-22 февраль — Ишембай үҙәк район дауаханаһы
  •   
  • 25-26 февраль — Яңауыл үҙәк район дауаханаһы
  •   
  • 27-28 февраль — Туймазы үҙәк район дауаханаһы
  •   
  • 4-5 март — Белорет үҙәк район клиник дауаханаһы
  •   
  • 6-7 март — Учалы үҙәк район дауаханаһы
  •   
  • 11-15 март — Сибай ҡала дауаханаһы
  •   
  • 18-22 март — Стәрлетамаҡ ҡалаһының 3-сө дауаханаһы
  •   
  • 25-29 март — Мәләүез үҙәк район дауаханаһы
  •   
  • 1-5 апрель — Ишембай үҙәк район дауаханаһы

http://www.bashinform.ru/news/1273426-v-bolnitsakh-bashkirii-patsientov-besplatno-prooperiruyut-oftalmokhirurgi-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть