Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.48 ↓

EUR 71.96 ↑

21 май, Шишәмбе

Уфа   °

Өфө яңы күпер төҙөүгә 2 миллиард һум аласаҡ

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 14 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Рәсәйҙең Транспорт министрлығы Өфөлә яңы Ағиҙел күперен төҙөүгә 2 миллиард һум аҡса бүлә. Был хаҡта үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров хәбәр итте.

«Бөгөн Мәскәүҙә Рәсәйҙең транспорт министры Евгений Дитрих менән осраштым. Тиҙҙән иҫке һәм яңы Ағиҙел күпере араһында өҫтәмә төҙөй башлайбыҙ, артабан уларҙы берләштерәбеҙ. Рәсәйҙең Транспорт министрлығы беҙгә ярҙам күрһәтә», — тине төбәк етәксеһе.

Радий Хәбиров министр менән осрашыуҙа Бөрө трактына сығыу урыны менән Салауат Юлаев проспектының дауамын да тикшерҙе. Республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы һүҙҙәренсә, был «Өфөнөң күпселек өлөшөнөң трафигын сифатлы үҙгәртә ала».

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Радий Хәбиров Ҡазанда Дәүләт советы ултырышында булды, ә алдағы көндәрҙә Сочи инвестиция форумында ҡатнаша.

http://www.bashinform.ru/news/1273340-ufa-poluchit-2-mlrd-rubley-na-stroitelstvo-novogo-mosta-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть