Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.61

EUR 72.31

26 май, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Башлығының телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү өсөн гранттарын алыуға 287 ғариза бирелгән

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 13 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостан Башлығының дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү өсөн гранттарын алыуға 287 ғариза бирелгән. Документтар ҡабул итеү 31 ғинуарҙа тамамланды.

Бөгөн Рафаэль Шафиҡов рәйеслегендәге Эксперт советының беренсе ултырышы уҙҙы. Совет ағзалары үҙ йүнәлештәре буйынса ғаризаларҙы ҡарай башланы. Шулай уҡ документтарға юридик экспертиза үткәреләсәк.

Конкурсҡа килгән ғаризаларҙың 123-ө — мәғариф, 84-е — мәҙәниәт, 24-е — фән, 13-ө — киң мәғлүмәт саралары, 9-ы йәштәр сәйәсәте һәм спорт өлкәһенә ҡарай. Рәсәй төбәктәренән 18 ғариза айырым төркөмдә, һәм 16-ы — йәмәғәт ойошмаларынан.

Эксперттар 20 мартҡа тиклем конкурс ғаризаларына баһа бирергә тейеш. Артабан конкурс комиссияһы еңеүселәрҙе билдәләй. Быйыл грант ярҙамының дөйөм суммаһы — 74 миллион һум. Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығында белдереүҙәренсә, 2019 йылдың 50 миллион һумына 2018 йылда тотонолмаған 24 миллион һум өҫтәлгән.

Республика Башлығы гранттарына мәҙәниәт, мәғариф, фән, киң мәғлүмәт саралары, йәштәр сәйәсәте һәм спорт өлкәһендә Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм төбәктәге халыҡтарҙың телдәрен, шулай уҡ республиканан ситтә башҡорт телен һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү йәһәтенән эшмәкәрлек алып барған дәүләт һәм муниципаль унитар предприятиелары, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар дәғүә итә. 2018 йылда гранттарға 325 ғариза бирелгәйне, улар араһынан 12 еңеүсене һайлап алдылар.

http://www.bashinform.ru/news/1273116-na-soiskanie-grantov-glavy-bashkortostana-na-sokhranenie-i-razvitie-yazykov-podano-287-zayavok/

        

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть