Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.61

EUR 72.31

26 май, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 27 күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты һатып ала

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 13 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ағымдағы йылда 27 мобиль медицина комплексы һатып алырға ниәтләй, тип белдерелде ведомстволағы оператив кәңәшмәлә. 2018 йылда 13 һатып алынғайны. Күсмә медицина комплекстары төпкөлдә йәшәгән халыҡты хеҙмәтләндереү өсөн кәрәк.

Владимир Путин мартта Федераль Йыйылышҡа һайлау алды мөрәжәғәтнамәһендә һаулыҡ һаҡлау алдына ил халҡын сифатлы медицина ярҙамы менән тәьмин итеү бурысын ҡуйҙы. «2018-2020 йылдарҙа 100-ҙән алып 2000-гә тиклем кеше йәшәгән тораҡ пункттарҙа фельдшер-акушерлыҡ пункттары һәм табип амбулаториялары булдырылырға тейеш. 100-ҙән аҙыраҡ кеше йәшәгән ауылдарҙа, беҙҙә ундайҙар ҙа бар, кәрәкле диагностикалау ҡорамалдары менән бөтә ерҙән йөрөй алған автомобилдәр, мобиль медицина комплекстары ойошторорға».

Хәҙер Башҡортостанда 2064 фельдшер-акушерлыҡ пункты иҫәпләнә — ил буйынса алғанда, ике тапҡырға күберәк. Белгестәр булмау сәбәпле, 125 фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләмәй, 152-һендә шәфҡәт туташтары ғына эшләй. 72 пункт авария хәлендә. Фельдшер-акушерлыҡ пункттарының 80% ҡуртымға алынған бинала урынлашҡан.

Дәүләт һатып алыуҙары порталының асыҡ мәғлүмәттәре буйынса, бер күсмә пункттың хаҡы — яҡынса 8,5 миллион һум.

http://www.bashinform.ru/news/1273019-minzdrav-bashkirii-zakupaet-27-peredvizhnykh-fapov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть