Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.74 ↓

EUR 72.78 ↑

22 март, Йома

Уфа   °

Сибайҙа экологик лабораториялар төтөнгә бәйле хәл тамамланғансы эшләй

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 13 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Сибайҙа өс экологик лаборатория эшләй: Башҡортостан Республикаһы Граждандарҙы һаҡлау сараларын тәьмин итеү хеҙмәтенең химик-радиометрик лабораторияһы, икенсеһе — Экология министрлығы ҡарамағында, тағы ла берәүһе — Учалы тау-байыҡтырыу комбинатыҡы. Уларҙың барыһы ла күсмә, мотлаҡ тикшереүҙәр, шулай уҡ халыҡтың шылтыратыуҙары буйынса сығалар.

«Башинформ» агентлығына Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Александр Лопухов һөйләүенсә, ҡалала көн дә атмосфера торошона мониторинг үткәрелә һәм ике сәғәт һайын алты контроль нөктәләрҙә пробаларҙы 8 тапҡыр һайлап алыу юлы менән зарарлы матдәләр бармы-юҡмы икәнлеге тикшерелә.

«Әле граждандарҙан мөрәжәғәттәр кәмене. Мәҫәлән, кисә урындағы халыҡтың шылтыратыуҙары буйынса — 64, мотлаҡ 48 тикшереү уҙғарҙыҡ. Бер тикшереүгә 20 минут ваҡыт китә. Граждандарҙан мөрәжәғәттәр күп булһа, эргә-тирәләге адрестарҙы бер урынға туплайбыҙ. Бер юлы бөтә ергә лә бара алмайбыҙ. Граждандарға быны аңлаттыҡ», — тип хәбәр итте ведомство вәкиле һәм лабораторияларҙың хәл яйға һалынғансы эшләйәсәген өҫтәне.

«Башинформ» агентлығы хәбәрсеһе «зона 500»-ҙә — Таусылар урамында һауаны тикшереүҙәрен күҙәтте. Бында көкөрт диоксидының норманан ашмауы теркәлде.

Башҡортостан Республикаһының Граждандарҙы һаҡлау сараларын тәьмин итеү хеҙмәте вәкиле рөхсәт ителгән сикке дәүмәлдең 60 тапҡырҙан юғарыраҡ булыуы тураһында мифтарҙы юҡҡа сығарҙы.

«Рөхсәт ителгән сикке дәүмәлдең 24 тапҡырға артыуы бер нисә аҙна элек теркәлде. «Корунд» газоанализаторы биш минутта әлеге мәлдә көкөрт диоксидының норманан ашмауын күрһәтте», — тине ул.

http://www.bashinform.ru/news/1272954-v-sibae-ekologicheskie-laboratorii-budut-rabotat-do-momenta-likvidatsii-situatsii-so-smogom/

                    

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть