Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.74 ↓

EUR 72.78 ↑

22 март, Йома

Уфа   °

Өфөлә Мостай Кәримдең ижадын өйрәнеүселәрҙе бүләкләнеләр

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 13 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығын билдәләгән йылда уның тормошона һәм ижадына арналған «Мостай Кәрим – изгелек һәм тыныслыҡ йырсыһы» республика әҙәби-педагогик конкурсы уҙҙы. 12 февралдә Өфөлә конкурсҡа йомғаҡ яһалды һәм еңеүселәр бүләкләнде.

Шағирҙың ҡыҙы, Мостай Кәрим исемендәге фонд директоры Әлфиә Кәримова заманса уҡыу технологиялары ҡулланылған дәрестәрҙең, балалар баҡсаһындағы һәм кластан тыш сараларҙың  иң яҡшы авторҙарына дипломдар, китаптар, ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы.

«Был — юбилей йылының иң мөһим сараларының береһе, сөнки конкурс уҡытыусы һөнәре менән бәйле. Ҡәҙерле уҡытыусылар, «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы һеҙҙең эшегеҙҙә оло ярҙамсы булып тора. Минең атайым өсөн дә төп ярҙамсы –  Уҡытыусы ине. Киләсәктә йәмғиәтебеҙ ниндәй була – ул һеҙҙән генә тора, –  тине Әлфиә Мостай ҡыҙы.  – Был конкурста 150 кешенең ҡатнашыуы ҡыуандыра, беҙ һәр кемде билдәләп үттек. Һеҙ – яҙыусы һәм китап уҡыусы араһын бәйләп тороусылар, ә китап уҡыусыны балалар баҡсаһы, мәктәп тәрбиәләй. Баланың матурлыҡҡа, китап уҡыуға һөйөүе уяныуында дәрестең ни тиклем ҡыҙыҡлы булыуы, ниндәй методика ҡулланылыуы мөһим. Конкурс эштәрен ҡараған саҡта мин Мостай Кәрим әҫәрҙәрен өйрәнгәндә уҡытыу методикаһының көтөлмәгән алымдарына, темалар анализдарына, яңы асыштарға һәм тикшеренеүҙәргә тап булдым».

Конкурсты ойоштороусы –  «Башҡортостан уҡытыусыһы» ижтимағи-педагогик һәм фәнни-методик журналының мөхәрририәте. 2018 йыл буйына конкурсҡа дәрестәрҙең төрлө методикалары, кластан тыш саралар сценарийҙары, уҡытыусыларҙың, мәктәпкә тиклемге учреждениелар тәрбиәселәре, уҡыусыларҙың тикшеренеү эштәре ҡаралды. Конкурста Башҡортостан ҡала һәм райондарынан бөтәһе 135 педагог һәм 14 уҡыусы ҡатнашты.

http://www.bashinform.ru/news/1272924-v-ufe-nagradili-issledovateley-tvorchestva-mustaya-karima/

                              

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть