Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.61

EUR 72.31

26 май, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республикала аҙыраҡ бала таба һәм аборт яһата башлағандар

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 13 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

2018 йылда Башҡортостанда тыуым һәм аборттар һаны кәмегән. Был хаҡта республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығындағы оператив кәңәшмәлә акушерлыҡ һәм гинекология буйынса баш штаттан тыш белгес Татьяна Һәүбәнова белдерҙе.

«Тыуымды арттырыу өсөн 2018 йылда мотлаҡ медицина страховкаһы буйынса 1843 ЭКО процедураһы башҡарылған», — тип билдәләне белгес.

Бынан алда «Башинформ» агентлығы 2018 йылда 2000 самаһы ҡатын-ҡыҙҙың бушлай ЭКО эшләтә алыуы тураһында хәбәр иткәйне. 2017 йылда яҡынса 6 мең ЭКО процедураһы үткәрелгән, шуның 1500-ө – мотлаҡ медицина страховкаһы иҫәбенә, йәғни бушлай.

http://www.bashinform.ru/news/1272878-v-bashkirii-stali-menshe-rozhat-i-delat-aborty/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть