Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.28 ↓

EUR 72.93 ↑

21 март, Кесе йома

Уфа   °

Сибайҙа «Салауат Юлаев» хоккей клубы хоккейсылары «Таусы»ның йәш уйынсыларына оҫталыҡ дәресе үткәрҙе

Спорт

ӨФӨ, 2019 йыл, 12 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

12 февралдә Сибай ҡалаһының «Ирәндек» боҙ һарайында «Салауат Юлаев» хоккей клубы хоккейсылары «Таусы» клубының йәш хоккейсыларына оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Боҙға 2012, 2011, 2010, 2009, 2007 һәм 2005 йылғы составтар сыҡты. «Салауат Юлаев»тың генераль директоры вазифаһын башҡарыусы Александр Курносов клубтың уйынсыларға Сибайға барырға һәм йәш спортсыларҙы дәртләндерергә тәҡдим итеүен билдәләне.

«Бөгөн команда лидерҙары Григорий Панин һәм Владимир Жарков вертолёттарҙа Башҡортостандың Урал аръяғы ҡалаларына килде. Аҡъярҙа һәм Сибайҙа улар оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша, автограф-сессиялар үткәрә, урындағы йәш хоккейсылар менән аралаша, — тине «Салауат Юлаев»тың генераль директоры вазифаһын башҡарыусы Александр Курносов. — Сибайҙағы хәл тураһында барыбыҙ ҙа беләбеҙ, шуға күрә балалар менән осрашырға тәҡдим иткәс, улар унда барыу һәм урындағы хоккейсылар менән уйнау тураһында башланғысыбыҙҙы хупланы. Беҙгә Сибай хакимиәте башлығы мөрәжәғәт итте. Эш шунда: «Ирәндек» боҙ һарайында һыуытыу ҡулайламалары насар хәлдә булған. «Салауат Юлаев» һәм «Торос» уйынсылары, тейешле сумманы йыйып, урындағы һарайға күсерҙе. Боҙҙоң сифаты ҙур әһәмиәткә эйә булыуын аңлайбыҙ, айырыуса йәш хоккейсыларҙы әҙерләгәндә».

Спортсылар үҙҙәренең ялында килгән, ҡалған хоккейсылар плей-офҡа әҙерләнә. Иртәгә спортсылар үҙ командаһына ҡушыла.

«Ирәндек» боҙ һарайы директоры Ғаяз Ғәлиәкбәров һүҙҙәренсә, «Салауат Юлаев» хоккей клубы уйынсыларының килеүе — ҙур байрам һәм балаларҙың артабанғы спорт үҫеше өсөн этәргес.

http://www.bashinform.ru/news/1272619-v-sibae-igroki-khk-salavat-yulaev-proveli-master-klass-dlya-yunykh-khokkeistov-kluba-gornyak/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть