Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.61 ↑

EUR 72.31 ↓

25 май, Шәмбе

Уфа   °

Сибайҙа карьерға һыу ағыҙыу әселәнеү сығанаҡтарын 100% юҡ итә – Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты вәкиле

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 12 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

12 февралдә Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының урындағы филиалының техник директоры Ильяс Әхмәтйәнов «Башинформ» агентлығына Сибай карьерына нисек һыу ағыҙыуҙары тураһында һөйләне.

Уның һүҙҙәренсә, ике саҡрым диаметрындағы һәм 500 метр тәрәнлектәге карьер 100 метрға һыу менән тултырыла, тағы 60 метры соҡор төбөнә иҫәпләнгән.

«Бының менән беҙ төтәү сығанаҡтарына кислородтың үтеп инеүен туҡтатыуға һәм массивтың һыуыныуына ирешәсәкбеҙ, — тип билдәләне предприятие вәкиле. — «Уралмехангорнобр» институты менән бергә карьерҙа ҡаҙылма байлыҡтарҙы өлөшләтә консервациялау проектын әҙерләнек. Карьер төбөнә һыу ағыҙа башланыҡ. Тәүлегенә 10 мең кубометрға тиклем һыу ебәрергә йыйынабыҙ. Әле 6 мең кубометр. Һыуҙы ер аҫты сығанаҡтарынан, тәбиғи һыу ағымынан һәм күрше Ҡамаған карьерынан алабыҙ. Сығанаҡтарҙың һүнгәненә ышанғас, һыуҙы һурҙырабыҙ, шунан таҙартыу ҡоролмалары аша сығарып, йылғаға ағыҙабыҙ. Быға тейешле рөхсәт бар».

Уның һүҙҙәренсә, эштәр дауамлы, сөнки күләм бик ҙур. Һыу ағыҙыу 20 мартҡа тиклем тамамланырға тейеш.

«Һыу ебәреү әселәнеү сығанаҡтарын 100% юҡ итә», — тине техник директор.

Бөгөн карьерҙа төтөн күҙәтелә, шулай уҡ көкөрт диоксиды буйынса рөхсәт ителгән сикке дәүмәлдең 12 тапҡырға артыуы теркәлгән. Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты вәкиле аңлатыуынса, был һауа шарттарына бәйле.

«Бөгөн тыныс, ел юҡ, шуға карьерҙа газ йыйыла һәм яйлап өҫкә сыға. Ел иҫһә, барыһы ла таҙа», —  тине ул.

http://www.bashinform.ru/news/1272425-podtoplenie-karera-v-sibae-likvidiruet-ochagi-okisleniya-na-100-predstavitel-ugoka/        

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть