Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.61 ↑

EUR 72.31 ↓

25 май, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповты иҫкә алалар

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 12 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповты иҫкә алалар. Бөгөн, мәшһүр шағирҙың тыуыуына 87 йыл тулған көндә, Мосолман зыяратында уның ҡәберенә сәскәләр һалынды.

«Сәскә һалыуҙа республиканың Яҙыусылар берекмәһе һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты вәкилдәре ҡатнашты. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында Рәми Ғариповтың ижадына арналған шиғриәт сәғәте уҙҙы. Студенттар әҙиптең шиғырҙарын уҡыны», — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Яҙыусылар берекмәһе рәйесе Зәки Әлибаев.

Иртәгә, 13 февралдә, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрында Зөһрә Бураҡаеваның шағирҙың тормошона һәм ижадына арналған «Февраль.Буран…» спектакле ҡуйыла. Премьера 2012 йылда, Рәми Ғариповтың 80 йыллығы уңайынан уҙҙы.

http://www.bashinform.ru/news/1272503-v-ufe-chtyat-pamyat-narodnogo-poeta-bashkortostana-rami-garipova/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть