Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.28 ↓

EUR 72.93 ↑

21 март, Кесе йома

Уфа   °

Илдар Абдразаҡов фестиваленең оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 12 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Илдар Абдразаҡов фестиваленең оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә. Унда 20-нән 32 йәшкәсә йәш йырсылар ҡатнаша ала. Шарттарға ярашлы, юғары һөнәри белем мотлаҡ түгел, иң мөһиме — һәләт һәм үҙ көсөңә ышаныу.

«Йәштәргә һәм ҡыйыуҙарға мөрәжәғәт итәм! Маҡсаттарымдың береһе — йәш артистарға үҙҙәрен сәхнәлә күрһәтергә ярҙам итеү һәм яңы офоҡтар асыу. Хәҙер һеҙҙең ваҡыт һәм мин фестивалдең оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул итеү асыҡ тип иғлан итеүемә шатмын, — тип яҙҙы йырсы үҙенең сәхифәһендә. — Ошондай мөмкинлекте ҡулығыҙҙан ысҡындырмағыҙ. Тәүәкәлләгеҙ!».

12 мартта дәрестәр — Өфөлә, ә 17 мартта Мәскәүҙә ойошторола. Оҫталыҡ дәрестәре йомғаҡтары буйынса иң һәләтле йәштәрҙе Илдар Абдразаҡов 19 мартта Мәскәүҙә «Зарядье» концерт залында бер концертта сығыш яһарға саҡыра.

Ғариза биреү өсөн 1 мартҡа тиклем masterclass@ildarabdrazakov.com адресы буйынса бер рус һәм бер сит ил арияһының ҡыҫҡа видеояҙмаһын ебәрергә кәрәк. Бер видеояҙманы #abdrazakovfest #opera #молодымвездедорога билдәһе менән үҙеңдең социаль селтәреңә һалыу мотлаҡ.

12-24 мартта Мәскәүҙә, Өфөлә, Әлмәттә һәм Ҡазанда Илдар Абдразаҡовтың Халыҡ-ара музыка фестивале уҙа. Фестивалде ойоштороусы — бөтә донъяға танылған опера йырсыһы нигеҙ һалған Йәш таланттарға ярҙам күрһәтеү һәм уларҙы үҫтереү фонды.

http://www.bashinform.ru/news/1272369-ildar-abdrazakov-obyavil-priyem-zayavok-na-uchastie-v-master-klassakh-svoego-festivalya/

                      

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть