Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.61 ↑

EUR 72.31 ↓

25 май, Шәмбе

Уфа   °

Сибайҙа мәктәп уҡыусылары көнөнә 60 литр һөт эсә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 12 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Сибайҙа мәктәп уҡыусылары көнөнә 60 литр һөт эсә. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына гимназия директоры Ирина Варламова хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, быйыл ғинуарҙан ҡаланың барлыҡ белем биреү учреждениеларында уҡыусыларға көнөнә бер тапҡыр һөт эсерәләр.

«Тәүҙә кәрәкмәҫ тип уйлағайныҡ, ләкин бөтөнләй башҡаса килеп сыҡты. Балалар хатта өҫтәмә һорай», — тине мәктәп директоры.

Гимназияның баш ашнаҡсыһы Дилә Исхаҡова әйтеүенсә, балаларға урында етештерелгән 3,2% ҡуйылығындағы һөт бирәләр. Бер балаға 0,1 литр тура килә.

«Бер нәмә лә ҡалмай, бөтәһен дә эсеп бөтәләр. Көнөнә яҡынса 60 литр китә», — тине ул.

Гимназияла 845 уҡыусы белем ала. Әле уларҙың 130-ы киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләй. Уҡыу йорто карантинға ябылмаған.

Һөттән тыш, мәктәптәрҙә көн һайын витаминлаштырылған өҫтәл – файҙалы витаминдар өҫтәлгән сәй әҙерләйҙәр.

10 көнлөк меню Роспотребнадзор менән килешеп төҙөлгән, тип өҫтәне директор.

http://www.bashinform.ru/news/1272298-v-sibae-uchashchiesya-shkol-vypivayut-po-60-litrov-moloka-v-den/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть