Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.97 ↑

EUR 70.65 ↑

23 июль, Шишәмбе

Уфа   °

Марсель Сәлимовҡа Джек Лондон исемендәге Халыҡ-ара әҙәби премия тапшырылды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 8 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Халыҡ-ара Арт-үҙәк Американың Сан-Франциско ҡалаһында Джек Лондон исемендәге Халыҡ-ара әҙәби премияның 2019 йылғы лауреаттарын иғлан итте. Улар араһында — яҡташыбыҙ, Рәсәй Федерацияһының һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Дуҫлыҡ ордены кавалеры, яҙыусы-сатирик һәм шағир, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре Марсель Сәлимов  (Мар. Сәлим).

Бөтә донъяла билдәле башҡорт сатиригы һәм юморисы юғары халыҡ-ара наградаға Лондонда инглиз телендә баҫылған үҙенсәлекле «Книга, какой ещё никто не писал» («The Book Which Has Never Been Written Before») йыйынтығы өсөн лайыҡ булды. Китапты был премияға Марсель Сәлимов ағза булып торған Халыҡ-ара әҙәбиәт, сәнғәт, коммуникация эшмәкәрҙәре академияһы (Германия, Франкфурт-на-Майне) тәҡдим итте.

Джек Лондон исемендәге Халыҡ-ара премия уҙған йылда булдырылған.Тәүге лауреаттар иҫәбендә Татьяна һәм Сергей Дзюба, Василь Слапчук (Украина), Елена Ананьева (Германия), Ғалымкайыр Мутанов (Ҡаҙағстан), Михаил Спивак (Канада) кеүек бар донъяла танылыу алған яҙыусылар бар.

Американан килгән яңылыҡ әҙәби һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге Рәсәйҙә, унан ситтә дуҫтарса һәм һөнәри мөнәсәбәттәр урынлаштырыуға, башҡорт һәм башҡа халыҡтар араһында мәҙәни хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә арналған Марсель Сәлимовтың 70 йәшенә шәп бүләк булды.

http://www.bashinform.ru/news/1271197-marselyu-salimovu-prisuzhdena-mezhdunarodnaya-literaturnaya-premiya-imeni-dzheka-londona-/

        

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть