Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.95

EUR 71.12

20 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовтың юбилейында: Мин унан халыҡ мәнфәғәттәре менән йәшәргә өйрәндем

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 7 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Бөгөн, 7 февралдә, Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы статусында республиканың беренсе Президентын 85 йәшлек юбилейы менән ҡотланы.

«Мин уны үҙемдең уҡытыусым тип иҫәпләүем хаҡында бик күп тапҡыр әйткәнем булды. Иң мөһиме, унан ысын күңелдән халыҡ мәнфәғәттәре менән йәшәргә өйрәндем. Тап ошо сифат Башҡортостандың беренсе Президентына республиканы һынылышлы 90-сы йылдарҙан ауыр кисерештәрһеҙ алып сығырға мөмкинлек бирҙе. Мортаза Ғөбәйҙулла улын ихлас йөрәктән юбилейы менән ҡотлайым һәм ныҡлыҡ һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйем!», — тип яҙҙы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә төбәк етәксеһе.

Матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, Радий Хәбиров Мортаза Рәхимовҡа әүҙем хәйриә, өйрәтеү эшмәкәрлеге, республика үҫешенә битараф ҡалмағаны өсөн Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһын тапшырҙы.

Бынан алда «Башинформ» Радий Хәбировтың Мортаза Рәхимовтың тыуған көнөн киң билдәләргә тәҡдим итеүе тураһында хәбәр иткәйне. Ләкин юбиляр баш тартты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был — республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусының һәм Башҡортостандың элекке етәксеһенең өсөнсө осрашыуы.

http://www.bashinform.ru/news/1270709-radiy-khabirov-v-yubiley-murtazy-rakhimova-ya-nauchilsya-u-nego-iskrenne-zhit-interesami-lyudey/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть