Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 77.73

EUR 85.73

2 апрель, Кесе йома

Уфа   °

Молния

2018 йылда республикала нисә малай һәм ҡыҙ тыуғаны билдәле булды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 1 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостанда 2018 йылдың 12 айында 22 807 ҡыҙ һәм 24 264 малай донъяға килгән. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына республиканың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.

Ведомствола билдәләүҙәренсә, республиканың 11 ҡала һәм районында ҡыҙҙар малайҙарға ҡарағанда күберәк тыуған. Улар — Әлшәй, Ауырғазы, Балтас, Бөрйән, Краснокама, Күгәрсен, Стәрлетамаҡ, Саҡмағош, Ишембай райондары һәм Ишембай, Күмертау ҡалалары, шулай уҡ Өфөнөң Совет районы. Йылайыр, Мишкә, Федоровка райондарында һәм Сибайҙа тыуған малайҙар һәм ҡыҙҙар һаны тигеҙ.

«Былтыр ЗАГС бүлектәрендә тыуыу тураһында 47 411 акт теркәлгән, был уҙған йылға ҡарағанда 2 258-гә аҙыраҡ. 17 334 сабыйҙың ғаиләлә беренсе, 18 855-е — икенсе, 7 917-һе — өсөнсө, 2 178-е — дүртенсе һәм 1 033-ө бишенсе булып тыуыуы теркәлгән. Бынан тыш, республикала ошо осорҙа 607 игеҙәк һәм 10 өс игеҙ бала донъяға ауаз һалған», — тип белдерҙеләр ведомствола.

Өфөгә килгәндә, баш ҡалала 16 114 сабый тыуған. Тыуыу тураһында акттарҙың күбеһе Киров районының ЗАГС бүлегендә теркәлгән — 3 116. Икенсе урында Калинин районы — 2 838, өсөнсөлә Совет районы — 2 196.    

http://www.bashinform.ru/news/1268206-stalo-izvestno-skolko-malchikov-i-devochek-rodilos-v-bashkirii-v-2018-godu/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть