Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.70

EUR 75.24

18 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Радий Хәбиров Әбйәлил районы Йәнекәй ауылынан 5 йәшлек Рамаҙан менән күреште

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 25 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/.

Әбйәлил районының Йәнекәй ауылынан 5 йәшлек Рамаҙан Радий Хәбиров менән бергә төшкән фотоһынан һуң бөтә республикаға танылды. Башҡортостан етәксеһе ошо фотоны социаль селтәрҙәге сәхифәһенә һалды.

Бөгөн Радий Хәбиров аралашырға, сәй эсергә һәм Закирйәновтар ғаиләһе менән яҡындан танышырға килде. Радмир менән Әлиә – биш йәшлек Рамаҙандың һәм дүрт йәшлек Ириданың ата-әсәһе алты йыл бергә. Өфөлә танышҡандар, өс йыл элек Әлиәнең тыуған ауылына күсеп ҡайтҡандар. Радмир янғын инспекторы булып эшләгән, хәҙер үҙенең эшен асҡан, партнерҙары менән ауылда мал һуйыу цехын төҙөй. Әлиә Өфө педагогия колледжын һәм Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған, күрше Мораҡай ауылында башланғыс класс уҡыусыларына белем бирә. Рамаҙан менән Ирида балалар баҡсаһына йөрөй.

«Радий Фәрит улы улыбыҙ менән һөйләшкәндән һәм фотоны интернетҡа һалғандан һуң бик популяр булып киттек. Әлбиттә, бындай хәлде көтмәгәйнек. Республика етәксеһе балаларыбыҙ өсөн бүләктәр ебәргәс, икеләтә ҡыуаныс кисерҙек. Рамаҙан бүләккә алған конструкторҙан нимә генә йыйманы инде. Ул бик етди малай, хужалыҡта ярҙам итергә ярата, ысын ир-егет булып үҫә. Ирида тынысыраҡ, беҙҙең кескәй принцесса», — тип тәьҫораттары менән бүлеште Закирйәновтар.

Башҡортостан етәксеһе бөгөн дә ҡунаҡҡа буш ҡул менән килмәне. Рамаҙанға — конструктор, Иридаға — матур ҡурсаҡ, ә уларҙың әсәһенә сәскә гөлләмәһе бүләк итте. Ғаилә төбәк етәксеһенең теләктәре яҙылған әлеге фотоны ла алды. Сәй табыны артында Радий Хәбиров Закирйәновтарҙың йәшәү шарттары менән дә ҡыҙыҡһынды.

«Әле беҙ йортобоҙға, элек Әлиәнең ата-әсәһе йәшәгән өйгә, төкәтмә төҙөйбөҙ. Ауылда ҡалып эшләргә булдыҡ, бында балаларға ла рәхәт, матур тәбиғәт, саф һауа. Радий Фәрит улы, тығыҙ эш графигына ҡарамай, ваҡыт табып, беҙгә ҡунаҡҡа килгәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт, был — беҙҙең өсөн оло хөрмәт», — тине Радмир менән Әлиә.

«Йәш ғаиләләрҙең тыуған ауылдарына эшләргә һәм йәшәргә ҡайтыуҙарын күреү бик тә ҡыуаныслы, был дөрөҫ аҙым, урындағы власть бындай ғаиләләргә ярҙам итергә тейеш. Һеҙҙә бик матур, һоҡланғыс тәбиғәт, күреүемсә, ауыл үҫешә, ғаиләгеҙгә бәхет һәм мөхәббәт теләйем», — тине Радий Хәбиров.

Радмир Закирйәнов республика етәксеһен төҙөлә башлаған мал һуйыу цехын ҡарауын һораны. Радий Хәбиров тәҡдимде ҡабул итте һәм төҙөлөш урынында булды. Эшҡыуар һүҙҙәренсә, монтажлау эштәрен тамамлау өсөн өҫтәмә аҡса кәрәк һәм ул үҙенең партнеры менән ошо бизнесты килем килтереүсе предприятие итеп теркәргә теләй.

«Вице-премьер вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахмановҡа ошо мәсьәләне өйрәнергә ҡушырмын. Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов та үҙ яғынан урындағы эшҡыуарҙарға мал һуйыу цехы төҙөлөшөн тамамлауҙа ярҙам ҡул һуҙыр тип уйлайым», — тине Радий Хәбиров.

http://www.bashinform.ru/news/1265327-radiy-khabirov-navestil-5-letnego-ramazana-iz-derevni-enikeevo-abzelilovskogo-rayona/

                    

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть