Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.61 ↑

EUR 72.31 ↓

25 май, Шәмбе

Уфа   °

Ҡаҙағстанда яңы театр башҡорт яҙыусыһының китабы буйынса премьера менән асыла

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 24 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Ҡаҙағстанда яңы театр башҡорт яҙыусыһы Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» китабы буйынса премьера менән асыла. Ҡаҙағстан телевидениеһында театрҙы асыу тураһында сюжет күрһәтелде.

Спектаклдең ҡаҙаҡса исеме — «Асыл арман» («Изге хыял»). Автор 20 февралдәге премьераға саҡырылған.

Әле Сәнғәт институты театр факультетының иң яҡшы 13 студентынан торған төркөм репетициялар яһау менән мәшғүл. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт театрында ҡуйыу өсөн яҙылған Өфө драматургы Әнгизә Ишбулдинаның һәм режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаевтың әҙер инсценировкаһын нигеҙ итеп алғандар.

Спектаклде Аҡмола өлкә ҡаҙаҡ музыкаль-драма театрының ҡуйыусы режиссеры Фәрхәдбәк Ҡанафин сәхнәләштерә. Режиссер әйтеүенсә, Яңы Йәштәр театрында көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәрергә кәрәк, шуға күрә етем балаларҙың ауыр яҙмышы тураһында әҫәрҙе һайлаған.

Өлкә йәштәр театры Күкшетау ҡалаһында — Аҡмола өлкәһе үҙәгендә асыла. Уны асыу 2019 йылда илдә иғлан ителгән Йәштәр йылына арнала. Театр урындағы студенттарҙың башланғысы менән ойошторолған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, башҡорт яҙыусыһы Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» китабы Башҡортостанда ла, унан ситтә лә популярлыҡ яуланы, бик күп телдәргә тәржемә ителде, яңынан баҫылды, бестселлер тип танылды. Китап буйынса Башҡортостанда һәм Бүрәтстанда спектаклдәр ҡуйылды, Ҡаҙағстанда иһә фильм төшөрөргә йыйыналар.

http://www.bashinform.ru/news/1264579-v-kazakhstane-novyy-teatr-otkroetsya-premeroy-po-knige-bashkirskogo-pisatelya/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть