Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.61 ↑

EUR 72.31 ↓

25 май, Шәмбе

Уфа   °

Сибайҙар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитетына үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе һәм теләктәрен еткерҙе

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 18 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Бөгөн Сибайҙың Йәштәр үҙәгендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының ултырышы уҙҙы. Ултырыш эшендә Сибай ҡалаһының Башҡорт ҡоролтайы башҡарма комитеты, «Ағинәйҙәр ҡоро» клубы, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары союзы, Аҡһаҡалдар ҡоро һәм башҡа йәмәғәт ойошмалары ағзалары ҡатнашты.

Ултырышта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының V съезына әҙерләнеү һәм уның барышында «Башҡорт халҡын үҫтереү стратегияһы»н төҙөү мәсьәләләре тикшерелде. Шулай уҡ йыйылыусылар ағымдағы йылға, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһының ойошторолоуына 100 йыл тулыуға арналған юбилей сараларын ойоштороу һәм үткәреү пландарын ҡараны.

Ултырышта һүҙ үҙеңдең хоҡуҡтарыңды белергә, туған телде өйрәнеү өлкәһендә уларҙы яҡларға кәрәклеге, телдәрҙе үҫтереү программаһы сиктәрендә башҡорт телен цифрлаштырыу тураһында барҙы. Унда ирекле микрофон эшләне, теләгән һәр кем үҙ фекерен белдерҙе.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Данир Ғәйнуллин Сибайға ошо вазифала тәүге тапҡыр килде.

«Ултырышта йөҙләгән кеше ҡатнашты, ҡыҙыҡлы һәм йәнле һөйләшеү булды, ултырыш өс сәғәткә яҡын дауам итте, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Данир Ғәйнуллин. — Халыҡ мәктәптәрҙең, белем усаҡтарына йөрөтөү өсөн автобустарҙың етмәүе, башҡорт телен уҡытыу методикаһы, дәреслектәр хаҡында бик күп һорауҙар бирҙе. Йәштәрҙе эшкә урынлаштырыу һәм йәмәғәт тормошона йәлеп итеү тураһында ла әйтелде. Аҡһаҡалдар ҡоро милли матбуғатҡа күберәк яҙылайыҡ тигән тәҡдим сығыш яһаны».

http://www.bashinform.ru/news/1262558-sibaytsy-vyskazali-ispolkomu-vsemirnogo-kurultaya-bashkir-svoi-problemy-i-pozhelaniya/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть