Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.61 ↑

EUR 72.31 ↓

25 май, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә күҙ ауырыуҙары институты уҡыусыларҙы бушлай тикшерә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 18 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты Рәсәйҙә тәүге тапҡыр мәктәп йәшендәге балаларҙы тикшерә. Белгестәр компьютер технологияларын, мобиль ҡоролмаларҙы ҡулланыу һәм күрәшлектең үҫешеүе араһында үҙ-ара бәйләнеште асыҡларға теләй. Был проблема тулыһынса тикшерелмәгән һәм шуға ярашлы ошо фекерҙе раҫлаған база юҡ, ти табиптар. Был мәсьәлә айырыуса мәктәп йәшендәге балалар араһында көнүҙәк. Рәсәйҙә халыҡтың 50% яҡыны күрәшлектән яфалана һәм йылдар үтеүе менән был һан арта бара.

Уҡыусылар араһында тикшереү бушлай уҙғарыла һәм заманса ҡорамалда диагностика сараларының тулы комплексын үҙ эсенә ала. Күҙ ауырыуҙары асыҡланған осраҡта балаларға Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтында офтальмологик ярҙам күрһәтелә.

Өфө уҡыусыларын тикшереү 21 ғинуарҙан башлана. Тәүгеләрҙән булып 14-се мәктәп уҡыусыларын тикшерәләр.

http://www.bashinform.ru/news/1262454-v-ufe-nii-glaznykh-bolezney-provodit-besplatnoe-obsledovanie-shkolnikov-/                    

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть