Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.70 ↑

EUR 75.24 ↓

16 февраль, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың Баймаҡ районында яңы янғын депоһы төҙөлдө

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 18 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Башҡортостандың Баймаҡ районы Темәс ауылында яңы янғын депоһы төҙөлдө. Урындағы ҡотҡарыусылар бинаға күсергә йыйына. Объект 2018 йылдың апрелендә республика ойошторолоуҙың 100 йыллығына төҙөлә башланы. Уҙған йылдың аҙағында депо ике саҡырыу буйынса эшләне лә инде.

«Был республикала төҙөлгән берҙән-бер янғын хәүефһеҙлеге объекты түгел. Ағымдағы йылдың өсөнсө кварталына Кушнаренко ауылында тағы бер янғын һүндереү часын файҙаланыуға тапшырыу билдәләнгән, шулай уҡ Ғафури районының Красноусол ауылында янғын-ҡотҡарыу часын төҙөү буйынса проект-эҙләнеү эштәре ҡаралған», — тине Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Артем Ковшов.

Әле Кушнаренко ауылында янғын депоһы төҙөлә: тәүге ҡатына кирбес һалыу бара.

http://www.bashinform.ru/news/1262602-v-baymakskom-rayone-bashkirii-postroili-novoe-pozharnoe-depo/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть