Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.61 ↑

EUR 72.31 ↓

25 май, Шәмбе

Уфа   °

Стәрлетамаҡта социаль карталар индереү тәжрибәһен тотош республикаға таратырға мөмкин

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 18 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Стәрлетамаҡта транспорт һәм мәктәп ҡушымталары менән берҙәм социаль карталар индереү проекты уңышлы тормошҡа ашырылды. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Башҡортостандың Мәғлүмәтләштереү һәм «Асыҡ Республика» системаһының эш итеүе мәсьәләләре буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Геннадий Разумикин һөйләне.

«Проектты Башҡортостандың социаль карталар регистры компанияһы бойомға ашыра, — тине ул. — Уларҙы Өфөгә индереү өсөн бер аҙ ҡатмарлыҡ тыуҙы, ләкин Стәрлетамаҡта был система бөтә ҡалала эшләй. Уҡыусылар ошо карта менән мәктәпкә инә, туҡланыу өсөн түләй, транспортта йөрөгән өсөн дә шул карта менән түләү мөмкинлегенә эйә. Был тәжрибәне тотош Башҡортостанға таратыу идеяһы бар».

Разумикин һүҙҙәренсә, был системаның өҫтөнлөгө — уның комплекслы булыуында.

«Беҙҙә ошондай пластик карталар системаһы күп, транспортта ғына өс-дүрт, уҡыусылар өсөн бер нисә, ләкин уларҙың барыһы ла локаль, бер карта бөтә ерҙә лә эшләһен өсөн — Башҡортостандың социаль карталар регистрынан тыш, әлегә бер кем дә лә юҡ», — тине дәүләт мәғлүмәтләштереү комитеты етәксеһе.

Шуны билдәләп үтәйек: Башҡортостандың социаль карталар регистры акцияларының 61% — Башҡортостан Республикаһыныҡы, 39% — «Уралсиб»тыҡы.

http://www.bashinform.ru/news/1262366-opyt-vnedreniya-sotsialnykh-kart-v-sterlitamake-primenim-dlya-vsey-respubliki/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть