Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.61 ↑

EUR 72.31 ↓

25 май, Шәмбе

Уфа   °

«Голос. Перезагрузка» шоуы финалсыһы Рушана Вәлиева «Керәшен һыуыҡтары» фестивалендә сығыш яһай

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 18 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

«Голос. Перезагрузка» шоуы финалсыһы Рушана Вәлиева «Керәшен һыуыҡтары» фестивалендә сығыш яһай. Ул йырлауҙан тыш, конкурста ҡатнашыусылар менән ижади осрашыу ҙа үткәрә. Унда проект тураһында тәьҫораттары менән бүлешергә, телепроектта ҡатнашҡан ваҡытта ниндәй ауырлыҡтарға осрауы хаҡында һөйләргә уйлай, тип хәбәр иттеләр республиканың Мәҙәниәт министрлығында.

«Керәшен һыуыҡтары» төбәк-ара эстрада йыры һәм бейеү фестиваль-конкурсы 24-26 ғинуарҙа Бөрө ҡала мәҙәниәт һарайында уҙа. Сараны ойоштороусылар — Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Бөрө районы хакимиәте. Конкурс программаһында солистар һәм коллективтар, бейеү һәм вокаль-инструменталь ансамблдәр ҡатнаша.

Фестиваль көндәрендә ҡатнашыусыларҙы бай программа: конкурс ҡарауҙары, эстрада һәм джаз йыры, эстрада һәм хәҙерге хореография, халыҡ уйын ҡоралдарын хәҙерге музыкала ҡулланыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре, түңәрәк өҫтәл һәм экскурсия көтә. Һуңынан ике гала-концерт һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы була.

23 ғинуарға тиклем конкурсҡа ғаризалар ҡабул итеү дауам итә. Тулыраҡ мәғлүмәт өсөн телефондар: 8 (347) 289-66-96, 8-905-355-44-20.

http://www.bashinform.ru/news/1262297-finalistka-shou-golos-rushana-valieva-vystupit-na-festivale-kreshchenskie-morozy/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть