Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.61 ↑

EUR 72.31 ↓

25 май, Шәмбе

Уфа   °

Өфө табиптары Сибайҙа тағы бер аҙнаға ҡала: мэр

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 18 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Өфө табиптары Сибайҙа тағы бер аҙна эшләй, бынан тыш, медиктар бригадаһы балалар һаулығы буйынса белгестәр менән тулылана. Был хаҡта 18 ғинуарҙағы брифингта ҡала мэры Рөстәм Афзалов белдерҙе.

Шулай уҡ Афзалов ҡалала Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары эшләүен  билдәләне. Улар бөгөн көндөҙгө сәғәт 2-лә һәм 3-тә халыҡ менән осрашыуҙар үткәрә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Сибайҙа уҙған йылдың ноябренән юғары әҙерлек режимы ғәмәлдә. Урындағы Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының файҙаланылмаған баҡыр ятҡылығында мәғдән әселәнеү сәбәпле һауа зарарлы газдар менән бысранды. Ҡала халҡына урамға сығырға тырышмаҫҡа, респираторҙар, марля бәйләместәрен кейергә, күҙҙәрҙе, танауҙы һәм ауыҙҙы һыу менән сайҡатырға, бинала һауаны дымландырырға һәм күп итеп һыу эсергә кәңәш итәләр.

http://www.bashinform.ru/news/1262341-mediki-iz-ufy-ostanutsya-v-sibae-eshchye-na-nedelyu-mer/

Теги: Сибай, төтөн
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть