Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.61 ↑

EUR 72.31 ↓

25 май, Шәмбе

Уфа   °

Өфө мэрияһы ит йәрминкәләрен уҙғарыу урындарын атаны

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 18 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Иртәгә, 19 ғинуарҙа, Өфөлә сираттағы ит йәрминкәләре ойошторола, тип хәбәр иттеләр баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән.

Өфөнөң бөтә райондарында (Димдән тыш) сифатлы ит продукцияһын һатып алырға мөмкин.

Ленин районында ит йәрминкәһе Әхмәтов урамындағы «Тулҡын» скверы алдында уҙғарыла.

Октябрь районында сауҙа Спорт һарайы алдында, шулай уҡ Сипайловола М.Рыльский урамындағы аллеяла ойошторола.

Орджоникидзе районында йәшәүселәргә яңы һуйылған ит С.Орджоникидзе исемендәге майҙанда һатыла. Совет районында — Йәштәр һарайы алдындағы майҙанда.

Ит йәрминкәләре иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 4-кә тиклем эшләй.

http://www.bashinform.ru/news/1262092-meriya-ufy-nazvala-mesta-provedeniya-myasnykh-yarmarok-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть